Ғәйеп табиптарҙамы, әллә ата-әсәнең яуапһыҙлығымы?

Ғәйеп табиптарҙамы, әллә ата-әсәнең яуапһыҙлығымы? 09.01.2017

Дәүләкән ҡалаһындағы боҙ ҡаласығында тау шыуғанда алты йәшлек малай көслө йәрәхәт ала, яҡындары баш ауыртыуына зарланған малайҙы урындағы медицина учреждениеһына күрһәтә. Әммә рентген һөҙөмтәләренә таянып, урындағы табип ғаиләне кире ҡайтара. Баланың хәле насарайғас, ата-әсә шул уҡ көн тағы ҡала дауаханаһына юллана. Артемды Өфөгә ебәреү мәсьәләһе күтәрелә. Әммә баш ҡала хирургтары ла кескәйҙең ғүмерен ҡотҡара алмай.

Артур алты йәшлек ҡустыһының фотоһүрәттәрен ҡарап күҙҙәренә йәш ала. Уҙған аҙнала ғәзиз кешеһенең кескәй йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән  - 3 ғинуарҙа ул шаян, шуҡ Артем менән ғәҙәттәгесә, ҡала үҙәгендә урынлашҡан боҙ ҡаласығында уйнай. Икәүләшеп рәхәтләнеп тауҙан шыуалар. Ата-әсәһенең бер нисә минутҡа каталка артынан китеүе була - кинйә улдары бәләгә тарый.
Артур Слесаренко, Артемдың ағаһы: «Беҙ Артем менән тауҙан  шыуып төшкәндә, арттан ике ҡыҙ ҙа шыуғалаҡта елә ине. Аяҡҡа баҫайыҡ ҡына тигәйнек, улар ҡустыма ныҡ итеп килеп бәрелде».
Ата-әсә баш ауыртыуына зарланған улдарының сәләмәтлеге өсөн борсолоп, үҙәк район дауаханаһына юллана. Әммә медицина учреждениеһында диагноз баштан уҡ дөрөҫ ҡуйылмай. Урындағы табип ябай имгәнеү тип тынысландыра.
Дмитрий Боровков,  Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары: «Дежур табип һүҙҙәре буйынса, бала тәүге тапҡыр килгәндә - уның мейе эшмәкәрлегендә бер ниндәй ҙә шикле билдәләр күренмәй, пациент иҫен юғалтмай,  бер нимәгә лә зарланмаған».
Әммә өйгә ҡайтҡас, Артемдың хәле тағы ла ауырлаша. Ул туҡтауһыҙ ҡоҫа башлай, иҫен йыш юғалта. Ике сәғәт тә үтмәй, ғаилә тағы дауахана табиптарына күренә.  
Фидалиә Слесаренко, Артемдың әсәһе: «Беҙ хирургтарға күрендек, шунда уҡ улымды реанимацияға һалдылар. Табиптар ике сәғәт тирәһе әңгәмәләшкәндән һуң, баламды Өфөгә ебәрергә тәҡдим иттеләр.  Урында магнит резонанс томографияһының булмауы - операцияны Дәүләкәндә эшләүҙе ҡатмарлаштыра тинеләр. Күпме ваҡыт әрәм булды!»
Баш ҡалаға барғанда, Артемдың ике тапҡыр йөрәге туҡтай. Операциянан һуң да бала команан сыҡмай, өсөнсө көнгә ата-әсә улдарын юғалта.
Бәхетһеҙ осраҡ тап ошо боҙ ҡаласығында теркәлә. Әле булһа ла бында шат бала тауыштары тынмай.
Тәү ҡарашҡа, тау хәүефһеҙ күренһә лә, урындағы халыҡ әйтеүенсә, байрам көндәрендә бында шыуып төшөү үтә лә ҡурҡыныс була. Сөнки һәр ваҡыт ҙур сират йыйылған. Әйтәйек, бында ике тау яһалған булһа, быйыл тик берәү генә.
Кесеһе лә, олоһо ла боҙ ҡаласығында бергәләп күңел аса. Айырым балалар өсөн генә майҙансыҡ юҡ. Ә бит бәлә башы - Яңы йыл төнөндә үк теркәлә. Артемдан башҡа ла, ошо тауҙан  ҡолап йәрәхәтләнеүселәр була.
Мирослав әле гипста йөрөй. Үҫмер әйтеүенсә, тауҙан төшкәндә уның өҫтөнә ике кеше йығыла. Етмәһә, улары ғәфү үтенеү урынына ҡасыуҙы хуп күрә. Атаһы улын шунда уҡ дауаханаға алып бара.
Павел Призенцов, Мирославтың атаһы: «Мин үҙем дә ғәйепле инде,  Яңы йыл төнө гел Ҡыш бабай кейемендә сығып, боҙ ҡаласығында балаларға кәнфит таратам. Быйыл үҙем менән улымды ла алдым. Урындағы табиптар беҙҙе лә Өфөгә ебәрҙе. Хирургтар баламдың сәләмәтлегенә бер ни ҙә янамай тигәс һөйөндөк».
Дәүләкәндә был күңелһеҙ осраҡтар оло резонанс ала. Күптәр бар яуаплылыҡ ата-әсә иңендә булырға тейеш,-ти.
Нисек кенә булмаһын, кескәй Артемды ата-әсәһе хәҙер кире ҡайтара алмай. Әммә был күптәргә һабаҡ булыр, моғайын. Әлеге мәлдә Тәфтишселәр осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара, ваҡиға сәбәптәре, ғәйеплеләр асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку