Ғәйебен таныманы 28.01.2015

Бөгөн Өфөнөң  Калинин районы суды туғыҙ йәшлек игеҙәктәр Дана менән Яна Головиналарҙың  ғүмерен өҙгән аварияла ғәйепләнеүсегә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Уға ярашлы, Сергей Васильев алты йыл да ете ай ваҡытын дөйөм режимдағы колонияла  үткәрергә һәм эскән килеш рулгә ултырғаны өсөн һигеҙ айға эшкә йәлеп ителәсәк. Һәләк булған балаларҙың ата-әсәһе ҡыҙҙарҙың һәр береһе өсөн 1 миллион ярым  һум күләмендә әхләҡи компенсация талап итте. Суд был һорауҙы ла ҡәнәғәтләндерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2013 йылдың 30 ноябрендә Инорс биҫтәһендә теркәлә. Туғыҙ йәшлек Яна менән Дана  олаталары менән  Сельская-Богородская урамы аша сығып барғанда юғары тиҙлек алған етенсе модель Ваз автомобиле аҫтында ҡала. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың фажиғә урынында ғүмере өҙөлә, олаталары ауыр хәлдә реанимацияға эләгә. Иҫерек водитель ҡаза урынын ташлап ҡаса. Уны бер тәүлектән һуң эҙләп табалар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика