Үҫмер табылды, һорауҙар асыҡ ҡалды

Үҫмер табылды, һорауҙар асыҡ ҡалды 16.10.2017

Кушнаренко районы үҙәгендә 14 йәшлек үҫмер юғалды. Үткән шәмбелә ул мәктәптән өйөнә ҡайтып етмәй ғәйеп була. Шаһиттар уның төрлө урындарҙа күреүен хәбәр итә, ләкин эҙенә төшә алмай.

Гүзәл Павлова инде өсөнсө көн урын таба алмай. Һуңғы тапҡыр ғәзиз улын ханым,шәмбе көн күрә. Унан һуң, Артем менән бәйләнеш  өҙөлә.

Үҫмерҙе эҙләүгә бар көстәр йәлеп ителә. Полицияға ярҙамға  урындағы халыҡ, ирекмәндәр ҡушыла. Малайҙың мәктәптән ҡайтып етә алмай ғәйеп булыуын, уҡытыусылар коллективы ғаилә мөнәсәбәттәренә бәйләй. Сөнки уның быға тиклем дә өйөнән сығып киткәне булған.

Шуға ҡарамаҫтан, үҫмерҙең әсәһе ҡул ҡаушырып ултырмай. Район үҙәге буйлап халыҡтан һораша-белешә. Шаһиттарҙың береһе малайҙың әсәһенә уны М7 трассаһында урынлашҡан кафеларҙың береһендә күреүен хәбәр итә. Быға хатта күҙәтеү камераһындағы дәлилдәр ҙә бар.

Кафе етәксеһе әйтеүенсә, үҫмер уларға эшкә яллана. Унан һуң, аҡса алып сығып китә. Ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул учреждение эргәһендәһе вагонда ҡунып сыҡҡан. Малай икенсе көндө лә кафе урынына килеп киткән. Артабан эҙҙәр йәнә юғала. Закон ярашлы 16 йәшкә тиклемге балаларҙы ата-әсә рөхсәтенән тыш эшкә йәлеп итеү тыйыла. Ә был учреждение етәкселеге ҡануниәтте һанға һуҡмаған күрәһең.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку