Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе 31 йәшлек ир һигеҙ йылға иркенән мәхрүм ителде

  Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе 31 йәшлек ир һигеҙ йылға иркенән мәхрүм ителде 26.09.2014

Ул шулай уҡ бер миллион һум күләмендә компенсация түләйәсәк.  

Язаға тарттырылыусы ғәйебе менән былтыр ноябрҙә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә дүрт йәш кешенең ғүмере өҙөлдө. Эскән килеш руль артына ултырған водитель дуҫының тыуған көнөн үткәргәндән һуң кафеға юллана. Бәләбәй ҡалаһы урамдарының береһенең киҫелешендә ул светофорҙың ҡыҙыл утына үтә. Әммә ошо ваҡытта ул такси менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 20 йәшлек таксист һәм уның 19, 25 йәшлек ике пассажиры һәләк була. Фажиғәнең иртәгеһенә иҫерек водителдең дуҫы ла дауаханала вафат була.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика