Ә ҡайһы берәүҙәр бөгөнгә байрамды китек күңел менән ҡаршы ала

Ә ҡайһы берәүҙәр бөгөнгә байрамды китек күңел менән ҡаршы ала 04.10.2014

Мәҫәлән, Хәйбулла районының Первомайское ауылы халҡы мал юғалыуына ҡайғыра. Йылдағыса, көрндәр һалҡынайта башлау менән  был тирәлә аттар юғала. Йылҡыларҙың әйләнеп ҡайтҡан осраҡтары ла була, әлбиттә, тик күп осраҡтарҙа малдан елдәр иҫә. Һуңғы теркәлгән осраҡ буйынса, ауылда 14 ат юғалған.

Хәҙер был ирҙәр иҫәнләшкәс бер-береһенең хәлен белешмәй, ә «атыңды таптыңмы?» тигән һорау бирә. Тик малсылыҡ менән йән аҫыраусы халыҡтың борсолоуо аңлашылып тора. Йылҡылар йыл да юғала бара, ғаиләләр матди зыянын һанай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, элек мал берәмләп юҡ була ине, ике йыл элек хәл үҙгәрә.
Юғалған малдарҙың бер өлөшөнөң кире әйләнеп ҡайтыуын халыҡ уларҙың тотҡондан ҡасыуы менән аңлата. Йәғни бурҙар йылҡыны йыйып, бер урында бикләп тота, ләкин мал ҡайһа саҡ ҡасып та сыға. Географик урыны буйынса Хәйбулла районы Ырымбур өлкәһенә, унан ҡала Ҡаҙағстан далаларына яҡын. Мал да шул тарафтарға оҙатыла ти ауылдағылар. Быйыл бында 14 ат юҡҡа сыҡҡан, эҙләүҙәр ҙә һөҙөмтә бирмәй.
Билдәле булыуынса тәү сиратта ҡарауһыҙ йөрөүсе мал юғала. Әгәр ҙә һәр ауылда көтөүсе булһа, улар үҙ сиратында эшен яуаплы башҡарһа был осраҡтар кәмер ҙә ине. Бынан тыш, ғәҙәттә халыҡ мал юғалыуы тураһында шунда уҡ хәбәр итмәй, үҙ көсө менән табырға тырыша. Аҙаҡ иһә бурҙарҙың эҙҙәре ҙә ҡалмай, ваҡыт та үтә ти полиция хеҙмәткәрҙәре.    
Ауыл халҡы әлегә өмөтөн өҙмәй. Юлдар үтерлек булғансы ирҙәр тирә-яҡҡа йөрөп аттарҙы эҙләүен дауам итә. Сөнки күп ғаиләләр өсөн был етеш тормош көтөүҙең берҙән-бер ысулы.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку