Новости на башкирском

RSS
Бөгөн иртән Өфө-Яңауыл трассаһында «Мерседес-Бенц» менән «Ман» йөк автомобиле бәрелеште
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, микроавтобус водителе юл ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоп хәүефле боролошта икенсе һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә  ул ҡаршыға килеүсе аҙыҡ-түлек ташыусы транспорт сараһына һуғыла
29 / 03 / 2017 192
Бөгөн төндә ҡаҙанлыҡ шартлау һөҙөмтәһендә Менделеев урамындағы егерменән ашыу йорт бер нисә сәғәткә йылыһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалды
Ҡаҙанлыҡ  хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ. Асыҡланыуынса, йылылыҡ биреү үҙәгендәге өс ҡаҙанлыҡтың береһе шартлаған. Әле ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре тикшерелә. Йорттарға йылылыҡ һәм һыу бирелгән. Ваҡиға урынында шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара.
28 / 03 / 2017 229
Учалы районында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә төбәктә йөк поездары бәрелешеүе һөҙөмтәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы ла бер кеше дауаханаға оҙатылды. Тимер юл составтары урындағы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған. Уларҙың береһендә вагондар буш, икенсеһе мәғдән һәм яғыулыҡ-майлау материалдары тейәгән булған. Белгестәр матди зыян күләмен миллиондарса һум менән баһалай. Сөнки вагондарҙан тыш, ремонт бригадаһына 30 метр самаһы тимер юлын төҙөкләндеререү талап ителә.
27 / 03 / 2017 214
Бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә төшкән тауҙа теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә тиҫтәләп автомобиль зыян күрҙе
Аварияға йөк машинаһының тормоз системаһы сафтан сығыуы сәбәпсе булған.
27 / 03 / 2017 184
Республикала ҡар аҫтында ҡалып бала һәләк булыуҙың тағы ла бер осрағы теркәлде
Кисә Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында алты йәшлек малай ҡар аҫтында ҡала. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса өс бала шәхси гараж эргәһендә уйнаған. Алты йәшлек малай гараж стенаһы эргәһендәге ҡарҙа соҡор ҡаҙа. Шул ваҡытта гараж ҡыйығынан баланың өҫтөнә  ҡар төшә.
25 / 03 / 2017 307
Бөгөн Өфө полицияһына «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында теракт хәүефе тураһында хәбәр иткәндәр
Шунда уҡ хоҡуҡ һағында тороусылар тарафынан  тейешле саралар күрелгән. Йөҙҙән ашыу  ашығыс рәүештә эвакуацияланған. Шул иҫәптән аквапаркта һыу инеүселәргә лә тиҙ арала урамға сығырға ҡушылған. Уларға кейемдәр урынына юрғандар таратылған.
24 / 03 / 2017 252
Әбйәлил районында тотош ауыл янып юҡҡа сыға яҙған
Уҙған аҙнала Ишкилделә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер йортҡа ут ҡапҡан, тағы ла ике тиҫтәләп өйҙөң газ ҡоролмалары сафтан сыҡҡан. Бының сәбәбен ауыл халҡы газ үткәргес торбаларға юғары баҫым ебәрелеүе менән аңлата. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡорбандар булмай, әммә Ишкилделә йәшәүселәр бындай хәлдең тағы ла ҡабатланыуынан ҡурҡа.  Газ хеҙмәттәренең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауымы әллә башҡа сәбәпме?
23 / 03 / 2017 314
Март башында Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында ут эсенән ике баланы ҡотҡарған ҡыҙ республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә һәләк булған
Ул төндө 21 йәшлек Екатерина Слегина менән уның 9 һәм 3 йәшлек ҡустылары өләсәләрендә йоҡларға ҡала. Төнгө өстәр тирәһендә төнөн еҫенә уянып киткән ҡыҙ шунда уҡ өләсәһен уята. Өс йәшлек туғанын күтәреп ут ҡаплаған солан аша тышҡа йүгерә.
23 / 03 / 2017 233
Ғафури районынан аҡҡан Еҙем йылғаһына тау башынан ҡар ишелмәһе төшөүе күҙәтелгән
Был күренеш яҡын киләсәктә боҙҙоң тығылыуына килтереүе һәм Ташаҫты ауылын һыу аҫтында ҡалдырыуы ихтимал. Ваҡиға урынына республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте төркөмө йүнәлтелгән. Белгестәр пилотһыҙ осоусы аппарат ярҙамында биләмәне тикшереп сыҡҡҡан. Асыҡланыуынса, көндәр ҡапыл йылытмаһа,  ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртергә мөмкин буласаҡ. Кире осраҡта 15 йорт-ҡураға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.  
23 / 03 / 2017 272
Баланы тейешенсә ҡарамаған өсөн өләсәһен тикшерәсәктәр
Өфөлә өс йәшлек сабый бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп иҫән ҡалды. Әле ул табиптар ҡарауы аҫтында. Белгестәр әйтеүенсә, бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бала ауыр йәрәхәттәр алмаған. Уның ни бары эсе ауыртҡан.
22 / 03 / 2017 249
Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт линияһы тәфтиш идаралығы уҙған шәмбе Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күреүе, береһенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып бара
Иҫке Ҡыбау ауылы аша үткән тимер юл урындағы халыҡты ҡурҡыуға һала. Боролош - иң хәүефле урындарҙың береһе. Мал-тыуар ғына түгел, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең дә йыш ҡазаланған урынына әйләнде. Сираттағыһы уҙған шәмбелә теркәлә.
20 / 03 / 2017 333
Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүсе Салиндарҙың йортонда янғын сығып, дүрт кешенән торған ғаиләнең ҡаралтылары тулыһынса янып бөтә
Улар бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Янғынға электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.
20 / 03 / 2017 206
Бөгөн Өфө үҙәгендә ашығыс ярҙам машинаһы юл-транспорт фажиғәһенә тарыны
Бәләкәй баланы  дауаханаға илтеүсе машина Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендә еңел автомобиль менән бәрелешә.
20 / 03 / 2017 260
Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күрә, уларҙың береһе һәләк була
Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт линияһы тәфтиш идаралығы уҙған йома Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күреү, уларҙың береһенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып бара.
20 / 03 / 2017 321
Мишкә районында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды
Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Баш ҡаланың абруйлы юғары уҡыу йортонда өлгөлө студент, уҡыу алдынғыһы, Республика Башлығы стипендиаты. Кем уйлаһын был тиклем  яҡшы егеттең күңелендә ҡанһыҙ енәйәтсе йәшәгән тип.  Егерме йылдан һуң ул үҙен белгертте. Әле тормош та күреп өлгөрмәгән ун алты йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы. 29 тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләп. Ни өсөн? Нимә этәргән һуң бындай ҡанһыҙлыҡҡа егетте?  Ниндәй гонаһы булған йәш ҡыҙҙың? Һорауҙар күп.

19 / 03 / 2017 339
Юл инспекторын күрәләтә тапатҡан водитель ҡулға алынған
Ғәҙәттән тыш хәл юл-патруль хеҙмәте полкы алдында  теркәлә. Полиция хеҙмәткәре юл ҡағиҙәһен боҙоусыны туҡтатырға тырышыуға ҡарамаҫтан, «Ниссан Тиана» водителе газға нығыраҡ баҫа. Һөҙөмтәлә инспектор машинаның капоты аша тәгәрәп асфальтҡа барып төшә. Көслө бәрелештән инспекторҙың  хеҙмәткәр билдәһе, кеҫә телефоны һәм рацияһы ватыла. Полиция хеҙмәткәренә табиб ярҙамы талап ителә. Зыян күреүсе экранда йөҙөн күрһәтмәүҙе үтенгән.  
17 / 03 / 2017 238
Әбйәлилдә юл-транспорт ваҡиғаһында ике кешенең ғүмере өҙөлдө
Авария Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында теркәлде. 10 модель ВАЗ ҡаршы һыҙаттан килеүсе «Пежо» автомобиленең юлына сыға. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә «Лада»ның 23 йәшлек водителе һәм уның пассажирының ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә, ә салондағы пассажир дауаханаға оҙатыла. Сит ил автомобилендәге зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Әле бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.
17 / 03 / 2017 233
Ростехнадзор Өфөнефтехим предприятиеһындағы шартлау сәбәптәрен иғлан итте
Ғәҙәттән тыш хәл былтыр 16 июлдә теркәлгәйне. Утта һәм емереклектәр аҫтында предприятиеның 6 хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлдө, икәүһе йәрәхәтләнде.
16 / 03 / 2017 199
Күмертауҙа 27 йәшлек спортсының үлемендә ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған
Әле тикшереү бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 5 мартҡа ҡараған төндә урындағы кафеларҙың береһендә теркәлә. Ирҙәр араһында сыҡҡан ыҙғыш  һөҙөмтәһендә бер кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Өс көндән һуң 27 йәшлек Владислав Строин иҫенә килә алмай реанимацияла вафат була.
15 / 03 / 2017 292

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 64 След.
Календарь новостей