Ҡыйғының йәш спортсылары ҡышҡы каникулды сәкән һуғып үткәрә

Ҡыйғының йәш спортсылары ҡышҡы каникулды сәкән һуғып үткәрә 06.01.2016

Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се урта мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан хоккей майҙансығында илленән ашыу бала шөғөлләнә. Яңы йылға «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә уларға яңы уңайлыҡтар ҙа булдырыла.  Быға тиклем малай-ҡыҙҙар кейемен алмаштырыр өсөн белем усағын  урап йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер уйын майҙансығы ҡаршыһында - бинаның подвалында айырым кейенеү бүлмәләре төҙөлгән.

Үҫмерҙәр сираттағы күнекмәгә сығырға әҙерләнә. Белем усағының подвалында хәҙер кейем алмаштырыр өсөн барлыҡ шарттар ҙа ҡаралған. Һәр уйынсының үҙ шкафы, кәштәһе бар, ултырам тиһәң эскәмйәһе лә яҡында ғына. Быға тиклем Үрге Ҡыйғының 2-се урта мәктәбе уҡыусылары спорт формаһын кейергә урау юл аша йөрөгән, хәҙер хоккей майҙансығына тиклем 15-20 метр арауыҡ ҡына.
«Хәҙер таям тиһәң дә, таймаҫһың», -тип көлә егеттәр. Был резина түшәме лә махсус рәүештә заказ буйынса һатып алына. Әйткәндәй, «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә кейенеү урындарын булдырыуға, бинаны төҙөкләндереүгә 160 мең һум аҡса бүленә.
Сәкәнде ҡулға алыр алдынан үҫмерҙәргә көрәк менән дә эш итергә тура килә. Һырғалаҡты ҡарҙан таҙартырға бер кем дә иренмәй. «Күмәк булғанда, быға ваҡыт та китмәй»,- ти егеттәр. Ни бары  ун биш минутлыҡ ҡына эш. Һөҙөмтәлә ҡулдарҙың көсө арта, яурындар ҙа киңәйә.
Артабан күнекмәләр башлана. Аҙнаһына өс тапҡыр икешәр сәғәт уҙғарыла улар. Мәктәп уҡыусылары бер нисә төркөмгә бүленеп сәкән һуға. Тренерҙар үҫмерҙәрҙе конькиҙа дөрөҫ шыуырға, шайба артынан етеҙерәк ҡыуырға өйрәтә. Шуныһы ҡыуаныслы, Ҡыйғыла спортты үҫтереү, боҙ майҙансыҡтарын төҙөү бағыусылар ярҙамында яйға һалынған.
Әйткәндәй, уйын майҙансығы бар талаптарға ла яуап бирә. Быйыл йәй бында запастағылар, судьялар өсөн махсус урындар ҙа төҙөлгән. Киләсәктә район хакимиәте етәкселеге төбәктә ябыҡ спорт майҙансығын булдырырға ниәтләй. Ағастан яһалған хоккей коробкаһын яңыртыу мотлаҡ.
Сәләмәт тормош яҡлылар республика кимәлендә уҙғарылған төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып, ҡанатланып тигәндәй ҡайта. Барыһы ла тиерлек уҡыу алдынғылары. Мәктәп янында ғына  күнекмәләргә йөрөү улар өсөн уңайлы, әлбиттә.
Ҡыйғы районында шорт-трек һәм саңғыла шыуыу кеүек ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Хоккейға килгәндә иһә бындай уйын майҙансыҡтары тағы ла ун бер ауылда бар. Сағыштырып ҡарағанда, 2013 йылда улар ни бары өсәү генә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика