Юғалтыуҙарға - юҡ! 29.03.2017

Өфөләге «Олимпик парк»ҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән балалар ял итә. Етенән ун өс йәшкәсә ҡыҙҙар-малайҙар  былтыр яман шеш ауырыуынан дауаланған. «Юғалтыуҙарға – юҡ» фонды улар өсөн реабилитация программаһы әҙерләгән. Маҡсаты: ял, уйындар аша балаларға психолик яҡтан ярҙам күрһәтеү, һәләттәрен асырға булышлыҡ итеү.

Ҡыҙҙар-малайҙар икенсе көн генә ял итһәләр ҙә бер-береһе менән дуҫлашып та өлгөргән. Программа үҙ эсенә ҡыҙыҡлы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, театраль сәхнәләштереүҙәрҙе индерә. Ошондай мөхиттә, балалар үҙ-ара аралашып, уйынға әүрәп, асылып китәләр, ти ойоштороусылар. Сөнки былтыр ғына балалар яман шеш ауырыуынан ҡатмарлы дауалау үткәргән.
Айгөл Губачева, «Юғалтыуҙарға - юҡ!» фонды рәйесе: «Яман шештән дауаланғанда балалар стресс кисерә. Беҙҙең программа дауаханаларҙы, уколдарҙы, операцияларҙы оноторға булышлыҡ итеү маҡсатында эшләй. Һәр бер балаға психологик яҡтан ярҙам күрһәтелә».
Учалынан килгән ун йәшлек Элизала ямаш шеште бынан өс йыл элек табалар. Ҡыҙға ҡатмарлы операция яһала, бер нисә тапҡыр химия терапияһы үткәрә. Элиза сменала үҙенә әхирәт тә тапҡан. Бәләкәй геройҙар менән фонд ирекмәндәре шөғөлләнә. Өсөнсө йыл эшләгән программа буйынса ял итергә быйыл ун өс бала килгән. Артабан уйындар саф һауала дауам итте.
Инструктор уҡтан атыу ҡағиҙәләрен аңлата. Балалар кемуҙарҙан сиратҡа теҙелде. Мәргәнлектә Данил исемле егеткә етеүсе булманы, ул өс  атыуҙа ике тапҡыр сәпкә тейҙе. Ә бына Роберт был шөғөлдә үҙен беренсегә һынап ҡарай. Үҫмер ирекмәндәрҙе тәүге һөҙөмтәләре менән һөйөндөрҙө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика