Һырғалаҡ һауыҡтыра ла, дуҫлаштыра ла

Һырғалаҡ һауыҡтыра ла, дуҫлаштыра ла 07.01.2016

Әбйәлил районында  йәшәүселәр үҙ көсө менән тау битендә тюбингта шыуыу трассаһы эшләгән. Яңы йылдың тәүге көндәрендә майҙанды асыу тантанаһы үтте.

Буранғол һәм Исхаҡ ауылдары араһындағы тау итәгендә һырғалаҡ  яһау идеяһы Раян Мәғәфүровтыҡы. Ошо уҡ райондың Үтәгән ауылында тыуып үҫкән егет тыуған яғында «Ауыл табибы» программмаһы буйынса былтыр эш башлай. Йәш белгес тәүге көндәрҙә үк күп ваҡытын саф һауа аҫтында үткәреүсе балаларҙың һирәк  ауырыуына,  өйҙә ултырырға яратыусыларҙың башы сирҙән сыҡмауына иғтибар итә. Һәм быйыл ҡыш бөтә ауылды тышҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һәм тюбинг өсөн трасса яһау идеяһын күтәреп сыға.
Тау итәгендә трасса эшләү ниәтен  Амангилде ауыл советы депутаты Морат Усманов та күтәреп ала. Ул  майҙанға ут үткәреү, тюбингтар һатып алыу эшен үҙ өҫтөнә ала. Яңы майҙансыҡ ошо яҡтарҙағы бөтә ауылдар халҡын ҡыуандыра. Ойошторусылар әйтеүенсә, бында ғаилә менән килеп ял итергә мөмкин. Туҡланыу урыны ла ҡаралған, әммә спиртлы эсемлектәр һатылмай. Трасса  тәү сиратта йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һырғалаҡ урыны шау-шыу булмаһын өсөн ауылдан ситтәрәк эшләнгән.  Хәҙер бында кискә тиклем кеше өҙөлмәй, трассаны балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә үҙ итеп өлгөргән. Һырғалаҡ һауыҡтыра ла, дуҫлаштыра ла, ти әбйәлилдәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика