Яндырылған тәгәрмәстәр, ҡуйы төтөн, шау-шыу, тиҙлек

Яндырылған тәгәрмәстәр, ҡуйы төтөн, шау-шыу, тиҙлек 13.05.2017

Өфөлә дрифт буйынса  республика чемпионаты үтте. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылды.

Диуар һымаҡ күтәрелгән төтөн артында  автомобилдәрҙең моделен төҫмөрләүе ҡатмарлы,  һауа бер аҙ таҙарғандан һуң ғына  дрифта ҡатнашҡан тимер атты күрергә мөмкин. Был  транспорт сараһы заводтан сығарылған  аналогтарынан ныҡ айырыла, автомобилдең ат көсө, башҡа техник мөмкинлектәре арттырылыған. Һәр бер капот аҫтында бер нисә йөҙ ат көсө.  Ҡеүәтле моторҙар  пилоттарға трассаға көҙгө аша ғына ҡарап  йөҙҙәрсә метр араны үтеү мөмкинлеге бирә.
Дмитрий Садиҡов, дрифтер (Һамар ҡалаһы): «Дрифт өсөн ҡулланылған автомобиль ҡәҙимге  транспорт сараһынан ныҡ айырыла. Быйыл ҡыш мин үҙемдең тимер атты тағы камиллаштырып алдым. Бында ҡеүәтле двигателдәр тора, хәүефһеҙлек талаптары көсәйтелгән, тәгәрмәстәр тура мөйөш аҫтында ла борола. Руль менән   идара итеү генә түгел, пассажир  ултырғысында ултырыу ҙа ауыр. Бик ҙур көс төшә».
Пилоттар үҙҙәре бында көсөргәнешлеккә өйрәнгән, ә бына автомобилдәр ҡайһы берҙә экстремаль шарттарға сыҙамай. Шуға ҡарамаҫтан   дрифты  үҙ итеүселәр  йылдан-йыл арта. Тик уларҙың бөтәһе лә  рәсми ярыштарҙа ҡатнаша алмай. Бының өсөн пилот лицензияһы алырға кәрәк. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу хаҡында  ла онотоу мотлаҡ.
Владислав Мурзин, Рәсәй автомобиль федерацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе: «Әгәр  спортсы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай икән пилоттың лицензияһы тартып алына. Шуға күрә  беҙҙең спортсылар юлда бик иғтибарлы һәм ипле йөрөй».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика