Яҡташыбыҙ, Стәрлебаш районы егете Илмир Байымов Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһында үткән ММА Бөтә донья Ассоциацияһы турниры сиктәрендә ҡатнаш алыш буйынса Азия чемпионы исемен яуланы 23.04.2015

Чемпионатта Ҡаҙағстандың 5 иң көслө спортсыһы Рәсәй һәм Әзербайджан йыйылма командалары вәкилдәре менән алышты. Яҡташыбыҙҙың дәғүәсеһе ҡатнаш алыш буйынса Ҡаҙағстан чемпионы, спорт мастеры Атырау Болатбек ине. Ильмир Байымов уны 2 рауд тамамланыуға 4 минутта 20 секунд ҡалғанда техник нокаут менән еңеп Азия, чемпионы исемен яуланы. Әйткәндәй, Рәсәй йыйылма командаһынан Башҡортостан спортсыһы ғына уңышҡа өлгәшкән.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика