Яңауыл районының муниципаль хеҙмәткәрҙәре  ГТО нормалары тапшырҙы 23.10.2015

Ҡайтанан тергеҙелә башлаған йоланы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән башлау тәҡдиме менән Яңауыл ҡала һәм районы хакимиәте  башлығы Илшат Вәзиғәтов сығыш яһаған. Етәксе фекеренсә, талап ителгән физик күнекмәләрҙе теүәл үтәгән кеше төп эш урынында ла юғары уңышҡа ирешә. Ике көн дауамында 105 кеше тиҫтәнән ашыу спорт төрө буйынса мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Улар йәш буйынса бер нисә төркөмгә бүленде. Һөҙөмтәләр тестлау үҙәгенең махсус электрон базаһына теркәлә барҙы. Киләсәктә барлыҡ нормаларҙы уңышлы тапшырыусылар таныҡлыҡ тапшырыла.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика