Йәшел йөрәк йышыраҡ типкәндә 28.07.2016

Салауат Юлаев хоккейсылары көйәрмәндәре менән осрашты. Өфө-Арена боҙ һарайы янында ойошторолған байрамда уҙған миҙгел йомғаҡтары барланды, киләһе осорға бурыстар билдәләнде.

Тамамланған уйын миҙгеле Салауат Юлаев хоккей клубы өсөн уңышлы булды тип әйтеү бер ҙә арттырыу түгелдер. Континеталь хоккей лигаһының плэй-офф уйындарында команданың бер нисә төп уйынсыһы йәрәхәтләнеү сәбәпле уйнамауына ҡарамаҫтан, "Юлаев"сылар ярышташтарына бер ҙә бирешмәй көсөргәнешле көрәш алып барҙы. Бирелеп уйнаған команда һөҙөмтәлә бронза миҙалдарға лайыҡ булды.
Награданы команда уйынсылары һәм тренерҙар штабына Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк тапшырҙы. Шулай уҡ абруйлы ҡунаҡ "Ағиҙел" ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһын да уҙған чемпионат һөҙөмтәләре буйынса көмөш миҙалдар менән бүләкләне. Бер ҡаланың ике командаһы бер ыңғай бүләкләнеүе быға тиклем булмаған хәл тип билдәләне сығышында билдәле ҡапҡа һаҡсыһы.
Владислав Третьяк та был кисә наградаға лайыҡ булды. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов уны "Салауат Юлаев" ордены менән бүләкләне. Шулай итеп һеҙ ҙә хәҙер "Юлаев"сылар рәтендә тип шаяртты Башҡортостан башлығы. Республикала хоккейға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү буйынса эш мотлаҡ дауам итәсәк тине Рөстәм Хәмитов.
Быйылғы "Көйәрмән көнөндә" элеккесә һәр теләүсе ҡатнаша алды. Байрамға килеүселәр хоккейсылар менән аралашып, фото төшөп кенә ҡалманы, улар менән видеоуйындарҙа көс һынашты, шашка һәм баскетбол уйнап та ҡараны. Юлаевсылар көйәрмәндәрҙе шулай уҡ туңдырма һәм бөйөрөктәр менән һыйланы.
көйәрмәндәр лайфтары
Ҡайһы бер хоккейсылар был көн рәхәтләнеп күңел асһа, ҡайһы ьерәүҙәр сәғәт буйы көйәрмәндәргә автограф таратты. Ләкин егеттәр, ҡулдары талыуға ҡарамаҫтан бер кемдең үтенесен дә кире ҡаҡманы, һәр теләүсе менән фото төштө, имзаларын футболкаларға ла ҡуйҙы. Бында булыу бәхет ти спортсылар.  
Байрам көйәрмәндәргә сикһеҙ тәҫьораттар бүләк итте. Балалар кумирҙарына ҡарап үҙҙәрен спортта һынап ҡарарға теләне, олораҡтар тағы тығыҙыраҡ ойошоп, яңы уйын миҙгелендә яратҡан командаһы өсөн янып-көйөргә вәғәҙәләште. Көйәрмәндәр Өфөгә ҙур хоккейҙың килеүен көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика