Йәш уҙышсылар

Йәш уҙышсылар 10.01.2015

Өфөлә сираттағы автомоделдәр ярышы үтте. Сараға Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар килде. 7 команда үҙ-ара иң етеҙҙе асыҡланы. Болидтар уйынсыҡ булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың тиҙлеге сәғәтенә 40 километрға етә ала. Шуға ла ҡатнашыусыларға боролоштарҙы үткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ярыш ҡомары һәм еңеүҙәр менән бер рәттән шөғөл балаларҙа техникаға һөйөү уята, сөнки автомоделдәрҙе улар үҙҙәре эшләй.

Трассала әйтерһең дә Формула-1 болидтары, тик күпкә бәләкәйерәк. Пилоттары ла руль урынына пульт менән идара итә. Әйтергә кәрәк, моделдәр бер ҙә ябай уйынсыҡ түгел, улар ысын мәғәнәһендә спорт автомобилдәре. Егеттәрҙән улар менән идара итеү өсөн физика ҡанундарын да белеү мотлаҡ. Ирек Әбйәлилов, ярышта ҡатнашыусы: «Модель менән идара итеү өсөн махсус пульт кәрәк. Беҙ уны һатып алғас та үҙебеҙсә көйләйбеҙ. Моделдең максималь һәм минималь тиҙлектәрен, туҡтау режимын билдәләйбеҙ. Ярыш ваҡытында автомобилгә бирелгән ток көсөн кәметеү йә көсәйтеү ошо режимдарҙы күсерә». Ярыш ҡағиҙәләре ябай. Еңеүсе тип тәғәйенләнгән ваҡыт эсендә трассаны иң күбе үтеп өлгөрөүсе таныла. Ғәҙәттә уҙыштар бик көсөргәнешле бара. Әлбиттә, бында ла ярышҡа әҙерлек оҫтаханала башлана. Моделде көйләү өсөн талап ителгән кәрәк-яраҡты ла ҡатнашыусылар үҙҙәре менән йөрөтә. Һәр береһенең көтөлмәгән осраҡтарҙа ярҙамға килеүсе тылсымлы сумаҙаны бар. Өфөлә үткән автомоделдәр ярышына Рәсәй һәм Ҡаҙағстан үҫмерҙәре йыйылды. Күләмле сара Өфө берләштерелгән моторҙар төҙөү ойошмаһы нигеҙендә үтте. Тап бында йәш инженерҙар түңәрәге эшләп килә. Предприятиела ярыш өсөн махсус трасса ла бар. Ойоштороусолар билдәләүенсә, Рәсәйҙә автомоделдәр ярышына иғтибар ҙур. Кәрим Сарьяров, йәш техниткар клубы етәксеһе: «Беҙҙең клубта беренсе класс уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем шөғөлләнә. Был спорт үҙенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Клуб ағзалары даими рәүештә донъя чемпионаттарында ла ҡатнашып тора. Ғәҙәттә бындай сараларҙа Рәсәй делегацияһы иң көслөләр рәтендә». Автомоделдәр клубы ағзалары дипломдар һәм кубоктар яулауын дауам итә. Наградалар менән бер рәттән үҫмерҙәрҙә техникаға ҡыҙыҡһыныу, инженер һәләттәре асыла. Ә был иһә уларҙың киләсәге өсөн иң мөһиме.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика