Йүгерәм һәм хәтерләйем 11.05.2015

Өфөнөң Урмансылар паркында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика акцияһы үтте.

Акцияла ҡатнашыусылар  яу йылдарын иҫкә алып 1945 метр арауыҡҡа йүгерҙе. Уларҙың күкрәктәренә яугир туғандарының исемдәре яҙылған.  Рәсәйҙең  14 ҡалаһында үткән сараға баш ҡалала 100 кеше ҡушылды.  Патриотик акцияла ҡатнашыусылар араһында йәштәр, өлкәндәр ҙә бар.  Башҡортостан төркмәндәре мәҙәни үҙәге етәксеһе Сапарморат Шанглиев паркка ҙур теләк менән сыҡҡан.  Уның күкрәгендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан  төркмән егете, Советтар Союзы Геройы Аннаклыч Атаевтың исем-шәрифе яҙылған.  
Сапарморат Шанглиев, Башҡортостандың төркмән мәҙәни үҙәге етәксеһе: «Бик яҡшы ярыш, йәш кеше кеүек йүгереп килеп еттем. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында төркмән улдары ла ҡатнашҡан. Беҙҙең бит дуҫлыҡ еңде.  Байрам менән. йүгерәм, ваҡыт юҡ бит, байрам менән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика