Xалыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрамы 23.10.2014

Күптәр халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрамы барлығы хаҡында хәбәрҙар түгел. Ә бына Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе гүзәл заттар был изге көндө йыл һайын мәҙәни спорт саралары менән бәйләп үткәрә.

Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары белдереүенсә,  быйыл улар иҫтәлекле көнгә  арнап матур спорт ярыштары әҙерләгән. Әлеге ваҡытта  Йомағужала әүҙем тормош алып барыу өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Спорт саралары башлыса ауылдың «Иртөбәк» спорт-һауыҡтырыу комплексында уҙғарылып килә. Әлеге ярышта  ауылдың төрлө ойошма вәкилдәре ҡатнашты, бөтәһе һигеҙ команда ярыш майҙанына баҫты. Йүгереү, һикереү, туп ташлау, эстафета кеүек спорт уйындары аша улар үҙ-ара көс һынашты. Әйткәндәй, командалар тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан тупланған, ир-аттар был көндө судьялар һәм көйәрмәндәр рәтендә ине. Ярыш булғас, еңеүселәр ҙә була. Быйыл еңеүсе тип Йомағужа ауылының 2-се мәктәбе коллективы  табылды. Ололарҙы, урта йәштәгеләрҙе һәм йәштәрҙе берләштергән байрам күңелле дискотека менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика