«Волейбол - быуындар эстафетаһы» спорт-патриотик акцияһының сираттағы этабы Сибай ҡалаһында үтте 24.03.2015

Йыл башында  старт алған ярыштар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.

Мәғлүм булыуынса, турнир именлек хеҙмәте органы ветерандарының «Отдушина-Өфө» клубы тәҡдиме нигеҙендә ойошторола. Әлегә тиклем һайлап алыу этаптары Нефтекама, Ишембай һәм Октябрьский ҡалаларында үтте. Бынан тыш, «Отдушина-Өфө» волейболсылары баш ҡалала һәм Салауат районында бер нисә иптәштәрсә осрашыуҙа ҡатнашты. Сибайҙа уҙған бәйгелә майҙан хужалары еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө баҫҡыстарҙы Учалы менән Магнитогорск ҡалалары ветерандары бүлеште. Ярышта Белорет, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре лә үҙ көсөн һынаны. Йәштәр командалары араһында күрше өлкә спортсыларына тиңләшеүсе булманы. Ә инде «Отдушина-Өфө» һәм Сибай менән Учалының берлектәге йыйылма командалары араһында үткән уйын баш ҡала вәкилдәре файҙаһына 2-0 иҫәбе менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика