«Волейбол-быуындар эстафетаһы»

«Волейбол-быуындар эстафетаһы» 25.04.2015

Бөгөн республикала Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған спорт- патриотик акция тамамланды. Өфөлә үткән финал уйындарында төбәктәрҙә еңеү яулаған 6 команда ҡатнашты.  

Мәғлүм булыуынса, турнир именлек хеҙмәте органы ветерандарының «Отдушина-Өфө» клубы тәҡдиме нигеҙендә ойошторолдо. Финалға тиклем һайлап алыу этаптары Өфө, Нефтекама, Ишембай, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында үтте. Бынан тыш, «Отдушина-Өфө» волейболсылары баш ҡалала һәм Салауат районында бер нисә иптәштәрсә осрашыуҙа ҡатнашты. Урындарҙағы бәйге һөҙөмтәлә буйынса 6 команда финалда ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Бөгөн улар баш ҡаланың «Динамо» стадионында көс һынашты. Мауыҡтырғыс турнирҙа «Отдушина-Өфө» клубы беренсе урынға сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы «Динамо» менән Туймазы районы вәкилдәре бүлеште. Ойоштороусылар әйтеүенсә,  Бөйөк Еңеүгә арналған бындай ярыштар йыл буйына дауам итә. Киләсәктә  «Волейбол-быуындар эстафетаһы»н күркәм традицияға индереү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика