Волейбол буйынса Рәсәй чемпионатының етенсе турында Өфөнөң «Урал» клубы үҙ майҙанында Новосибирскиҙың «Локомотив»ын ҡабул итте 03.11.2014

Мәғлүм булыуынса, был коллективты Рәсәй йыйылма командаһын баш тренеры  Андрей Воронков етәкләй. Һуңғы биш йылда дәғүәселәр чемпионат сиктәрендә бер-береһе менән  ун тапҡыр осрашты. Шуларҙың икеһендә генә яҡташтарыбыҙ еңеү яуланы.

Был юлы ла ҡунаҡтар 3:0 иҫәбе менән  өҫтөнөрәк булып сыҡты. Әммә күп кенә белгестәр билдәләүенсә, «Урал» клубы лидерға ҡаршы  быйылғы миҙгелдәге иң сағыу уйындарының береһен үткәрҙе. Тәүге партияла улар 19:25 иҫәбе менән отолһа ла, ҡалған ике осор тай-брейкта ғына тамамланды. Киләһе турҙы Өфө волейболсылары  9 ноябрҙә Нижневартовскиҙың урындағы «Югра-Самотлор» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика