Владислав Третьяк 125 тауыш йыйып өсөнсө мөҙҙәткә Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты итеп һайланды

Владислав Третьяк 125 тауыш йыйып өсөнсө мөҙҙәткә Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты итеп һайланды 18.06.2014

Билдәле ҡапҡа һаҡсыһы был вазифаны 2006-сы йылдан биләй.

Билдәле ҡапҡа һаҡсыһы был вазифаны 2006-сы йылдан биләй. Федерацияның отчет-һайлау конференцияһы алдынан күп кенә хоккей белгестәре Владислав Третьяктың эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергәйне. Улар фекеренсә, милли команда һуңғы йылдарҙа бер генә олимпия уйында ла миҙал яулай алманы. Әммә донъя беренселектәрендә яҡташтарыбыҙ дүрт тапҡыр чемпион булды. Владислав Третьяк менән бергә был вазифаға Вячеслав Фетисов дәғүә итте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса илдең элекке спорт министры 11 генә тауыш йыя алды.


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика