Владимир Юрзинов Салауат Юлаев клубының баш тренеры булып ҡала 12.12.2014

Бөгөн көндөң тәүге яртыһында  команданың рәсми сайты Юрзинов менән килешеүҙең өҙөлөүе  хаҡында хәбәр иткәйне. Әле килеп  клубтың матбуғат хеҙмәте ошо мәғлүмәтте иңҡар итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта юлаевсылар яҡшы уйын күрһәтә алмай. Һуңғы осрашыуҙа иһә Юрзинов тәрбиәләнеүселәре Мәскәү өлкәһенең Атлантынан бергә алты иҫәбе менән ҡыйратылды. Уйындан һуң баш тренер Братиславаға команданың унан башҡа осоуын белдергәйне. Ысынлап та, Салауат Юлаев Слован менән бөгөнгө осрашыуҙы өлкән тренер Чижов етәкселегендә үткәрәсәк. Владимир Юрзинов иһә командаға яҡын арала ҡушыласаҡ тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика