Велопарад – 2014

Велопарад – 2014 02.09.2014

Өфөнөң Ленин районы мәктәптәре уҡыусылары велосипед парадына сыҡты.

Парадта ҡатнашыусы Оля спорттың һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен күптән белә. Йәй буйы велосипедта йөрөнөм, шөғөлөмдө туҡтатмаясаҡмын, ти ул. Сарала ҡатнашырға теләк белдереп 600-гә яҡын бала ғариза биргән. Парад «Тулҡын» скверынан старт алды. Колоннаны кадет мәктәбе тәрбиәләнеүселәре оҙатып барҙы. Байраҡ менән юл ярып барған автобустан яңғыраған күңелле йыр-моң ҡатнашыусыларға көс-дәрт өҫтәне.
Роман Богданов, Өфө кадет мәктәбе уҡыусыһы: «Велосипед спорт төрө менән шөғөлләнергә теләүселәр берҙәм дә, дуҫ та. Бындай сараларҙы ойоштороу - бик яҡшы күренеш».
 Велопарадта ҡатнашыусылар дүрт саҡрым арауыҡты еңел һәм тиҙ үтте. Фиништан һуң йәш физкультурниктар төрлө уйын-бәйгеләрҙә көс һынашты. Сара сиктәрендә «Баланы спортҡа алып кил!» акцияһы ла үтте, юл ҡағиҙәләрен белеү буйынса конкурс уҙғарылды. Бәйгелә еңеүселәр баш ҡала кинотеатрҙарына бушлай билет алып шатланды. Мәктәп уҡыусылары өсөн был бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
 Альбина Йосопова, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы: «Был ябай велопарад түгел. Ул баланы спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға булышлыҡ итә. Йылдағыса ҡатнашыусылар бер маршрут буйынса юл тота».
Йолаға әүрелгән велопарадта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Уҡыу йылы башында бындай сараны үткәреү бик мөһим, сөнки мәктәп - ул уҡыу әсбаптары ғына түгел, ул физик культураға, сәләмәт тормошҡа һөйөү ҙә тәрбиәләй. Һуңғы ваҡытта велосипедта ял итеүгә ҡыҙыҡһыныу арта. Өфө урамдарында велосипедта йөрөүселәрҙе аҙым һайын осратырға була. Мәктәп уҡыусыларын сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлткән сара күңелле бер тамашаға әйләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, парадта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта . Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку