Ульяновскийҙан оло еңеү менән! 25.03.2016

Баймаҡ ҡалаһының баскетбол буйынса «Шторм» командаһы ҡыҙҙары Волга буйы федераль округында иң көслөһө тип танылды.

«Кэс-Баскет» уйындарында яҡташтарыбыҙ бөтә командаларҙы ла еңеүгә өлгәште. Шулай итеп улар икенсе йыл рәттән чемпион исемен яуланы.  Финалда «Шторм»дар  Киров өлкәһе ҡыҙҙары менән осрашты. Көсөргәнешле уйын 52:45 иҫәбенә тамамланды. Был уңыш Баймаҡ ҡалаһы командаһына апрелдә Екатеринбургта үтәсәк Мәктәп баскетбол лигаһының суперфиналында ҡатнашыу хоҡуғы бирҙе. Баймаҡҡа ҡайтҡас райондың мәғариф бүлегендә ҡыҙҙар менән осрашыу ойошторолдо. Йылы шарттарҙа үткән тантанала баскетболсыларға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика