Учалы боҙонда Башҡортостан һәм Рәсәй чемпиондары тәрбиәләнә 04.01.2017

Йыл әйләнәһенә ҡаланан спортсылар өҙөлмәй.Себер тарафтарынан, күрше өлкәләрҙән килеп шөғөлләнеүсе  йәштәргә   Учалы боҙо яҡшы таныш. Ҡала ла күптән ҡышҡы уйындар өсөн спортсылар әҙерләү мәккәһенә әүерелгән. Фигуралы шыуыу буйынса ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы ла тап Учалы боҙонда сынығыу алған.

Икеле һәм өслө толопҡа һикереү, ҡатмарлы сальтолар башҡарыу. .. Йәш спортсы Элиза Фәйзуллина өсөн бындай ҡатмарлы трюктар бер ни тормай. Элиза конькиға  өс йәшендә баҫа, фигуралы шыуыу менән дүртенсе йыл шөғөлләнә.  Тырыш ҡыҙ  күнекмәләргә аҙнаһына алты тапҡыр йөрөй.
Элиза Фәйзуллина, фигуралы шыуыу буйынса ике тапҡыр Башҡортостан  чемпионы: «Пермдә, Силәбелә, Өфөлә, Екатеринбургта, Магнитогрскийҙа ярыштарҙа беренсе урын яуланым. Иң ауыры -икәүле, өсәүле һикереүҙәр. Йығылған бар, ләкин ауыртыуҙы белмәйем».
Элиза Фәйзуллина шөғөлләнгән төркөм боҙҙағы күнекмәләрҙән тыш, хореография һәм физик әҙерлек  дәрестәрендә лә шөғөлләнә. Ҡыҙҙарҙан ғына торған төркөмдә һәр ваҡыт сәмле  ярыш дәрте. Барыһы ла беренсе булырға ынтыла.
Ксения Варник, фигуралы шыуыу секцияһы тренеры: «Беҙҙең секция биш йыл эшләй.Өс йәштән алып һигеҙ йәшкә тиклем ҡыҙҙар шөғөлләнә. Быйыл күнекмәләргә  ике йәш ярымлыҡ балалар ҙа килде».
Борт артында иң тоғро тамашасы-әсәйҙәр күнекмәләрҙе сабыр ғына көтөп ултыра. Фигуралы шыуыу кеүек сыҙамлыҡ, физик һәм рухи көс талап иткән сорт төрөн һайлаусы ҡыҙҙар мәктәптә лә иң алдынғы  уҡыусылар. Элиза Фәйзуллина хатта «Йылдың иң яҡшы уҡыусыһы» Рәсәй конкурсында ҡатнашып, беренселекте алырға иҫәп тота. Әсәһе һәр конкурста  ҡыҙына һынмаҫ ҡанаттар ҡуя.
Элиза Фәйзуллина, фигуралы шыуыу буйынса ике тапҡыр Башҡортостан чемпионы: «Минең әлегә яулаған  34 миҙалым бар.Улар бөтәһе лә тиерлек беренсе урындар өсөн».
Ун ике ҡыҙҙан торған төркөмгә тренерҙары ҙур өмөттәр бағлай. Липницкая кеүек донъя чемпиондарының үксәһенә баҫып килеүсе үҫмерҙәр Яңы йылдан тик уңыштар,яңы еңеүҙәр көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика