Тырышҡан-ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Тырышҡан-ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан 20.05.2015

Халыҡ мәҡәленең тапҡырлығын Көйөргәҙе районының Павловка ауылы мәктәбе уҡыусылары ла иҫбатлай. 50-ләп кенә бала уҡыған белем усағында гер күтәреү буйынса бер спорт мастеры, ике  мастерлыҡҡа кандидат һәм тағы 10 беренсе разрядлы спортсы тәрбиәләнә. Был уңышҡа егеттәр оҙайлы күнекмәләр аша килгән.

Павловка ауылы мәктәбендә белем алыусы егеттәрҙең береһе лә тиерлек гер спорты секцияһынан ситтә ҡалмай. Күнекмәләрҙә башланғыс һәм сығарылыш синыфы уҡыусылары бергә шөғөлләнә.  Рамаҙан секцияға дүрт йыл элек килгән. Егеттең уңыштары ла бар. Ул  Рәсәй кимәлендәге ярыштар призеры.
Рамаҙан Әмәкәсов,  Павловка ауылы урта  мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы:   «Башта ҡыйыныраҡ ине. Һуңынан дуҫтарым да йөрөй башланы, бергә күңеллерәк тә. Аҙаҡ тәүге ярышымда ҡатнаштым».
Олораҡ иптәштәренең уңыштарын күреп спортҡа бәләкәстәр ҙә ылыға. Ярыштарҙа ҡатнашмаһалар ҙа, башланғыс синыфтарҙа уҡыусылар ихлас шөғөлләнә. Бөтәһе лә көслө, физик яҡтан ныҡ булырға теләй. Улар өсөн еңелерәк герҙәр ҙә ҡаралған.
Павловка ауылында гер спорты секцияһын Юрий Николаев ойошторған. Тренер-энтузиасттың ике улы ла бында шөғөлләнә. 17 йыл ваҡыт эсендә бер нисә быуын уҡыусылар ошонда сыныҡҡан. Юрий Николаев спорттың үҫмерҙәр өсөн файҙалы булыуын билдәләй.
Юрий Николаев, Павловка ауылы урта  мәктәбе уҡытыусыһы: «Күнекмәләр аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр үтә һәм ике сәғәт дауам итә. Ауылда әллә ни мөмкинлектәр  күп түгел, хәлебеҙҙән килгәнсе йәштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Уларҙың спортҡа ылығыуы компьютер алдында ултырыуҙан мең тапҡыр хәйерлерәк тип уйлайым. Һаулыҡтары ла нығый».
Ауыл мәктәбе секцияһы булыуына ҡарамаҫтан, Юрий Николаев эшенә етди ҡарай. Ул күнекмәләрҙең техникаға ярашлы үтәлеүен ҡәтғи контролдә тота. Сөнки кире осраҡта йәрәхәтләнеүең мөмкин. Ләкин бөтәһе лә шыма ғына түгел. Мәктәп спортзалы авария хәлендә булыу сәбәпле, күнекмәләр коридорҙа үтә. Ә бит егеттәрҙең спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы йыһазландырылған урыны булған осраҡта һөҙөмтәләр тағы ла юғарыраҡ булыр ине. Бәлки, яңы спорт залында ҡыҙҙар өсөн дә берәй шөғөл табылыр ине...
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика