Туймазыла балалар һәм үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса турнир үтте

Туймазыла балалар һәм үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса турнир үтте 17.01.2015

Ярыш район хакимиәте, Билбау көрәше федерацияһы тарафынан ойошторолдо.

Тантанала Илдар Кашапов менән Тәлғәт Базаркеновҡа үҫмерҙәр араһындағы көрәш буйынса донъя чемпионатында алтын һәм көмөш миҙал яулағаны өсөн аҡсалата премия тапшырылды.
Йыл һайын ойошторолған турнирҙа Башҡортостан менән Татарстандан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар үҙ-ара 13 йөк категорияһында  көслөләрҙе асыҡланы. Еңеүселәр диплом һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әйтергә кәрәк, райондың көрәш федерацияһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсыларҙы дәртләндереү сараларын артабан да дауам итергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика