Туймазы көрәшселәре донъя кимәлендә үткән ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһаны

Туймазы  көрәшселәре донъя кимәлендә үткән ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһаны  06.01.2015

Илдар Кашапов менән Тәлғәт Базаркенов билбау көрәшендә алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы. Башҡортостан ир-егеттәре 65 һәм 85 килограмға тиклем ауырлыҡтағы категорияла көс һынашты. Туймазы көрәшселәренең быға тиклем дә донъя кимәлендәге ярыштарҙа  алдынғы урындарға сыҡҡаны бар ине, әммә алтын миҙалды улар тәүгә  яулаған.

Илдар Кашапов, билбау буйынса донъя беренселеге еңеүсеһе: «Минең өсөн был еңеү ҙур ҡыуаныс, сөнки донъя кимәлендә беренсе урын яулау мәртәбә лә, яуаплылыҡ та. Мин һаман ышанып етмәйем». Тәлғәт Базаркенов, билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яулаусы: «Финалда Ҡаҙағстан вәкиле менән көрәштем, ҡыҙғанысҡа 4-кә 6 иҫәбе менән еңелдем. Үҙ көсөмә ышаныс етмәне, күрәһең. Уйын тамамланыуға бер секунд ҡалғанда мин уны ҡолатырға ла әҙерләнгәйнем, ләкин килеп сыҡманы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика