Туймазы ҡалаһының «Олимпиец» спорт комплексында клубтар араһында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте

Туймазы ҡалаһының  «Олимпиец» спорт комплексында клубтар араһында кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте 27.01.2015

Унда донъя кубогында ҡатнашыу өсөн  иң көслө спортсылар һайлап алынды.  

Туймазыла абруйлы спорт ярышы етенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда ҡатнашырға 800-гә яҡын спортсы теләк белдерһә лә, финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында ярышҡа уларҙың яртыһынан саҡ ҡына күберәге - 450 кеше килә алды. Һамар, Новороссийск, Яңы Уренгой ҡалалары, Камчатка, Кемеров, Свердловск, Амур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан һәм Башҡортостан спортсылары бер майҙанда осрашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика