Туймазы ҡалаһында яугир-интернационалист Фәнүз Гәрәев иҫтәлегенә бағышланған бокс буйынса турнир башланды

Туймазы ҡалаһында  яугир-интернационалист Фәнүз Гәрәев иҫтәлегенә бағышланған бокс буйынса турнир башланды 13.11.2014

Бәйге 1995 -2000 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында үтә. Быйыл турнирҙа Башҡортостан район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән ике йөҙгә яҡын боксер ҡатнаша. Уларҙың оҫталығын баһаларға Рәсәй һәм  донъя кимәлендә киң танылған судьялар саҡырылған. Турнирҙа еңеүсе үҫмерҙәр 2015 йылдан Бөтә донъя чемпионатында Рәсәй данын яҡлай аласаҡ. Бәйгенең статусын  Рәсәй кимәленә күтәреү ҡаралған.

Николай Исаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры: «Фәнүз Гәрәев 1984 йылда һәләк булды. Шул йылды мин уҡыусыларым менән ошо турнирға нигеҙ һалдым. Тәүге турнирға уҡ Санкт-Петербург ҡалаһынан 40 кешенән торған команда килде. Фәнүз Гәрәев минең иң яҡшы уҡыусым, көслө спортсы ине. Уның исемендәге турнир лайыҡлы барлыҡҡа килде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика