Туймазы ҡалаһында төбәк-ара турнир уҙҙы

 Туймазы ҡалаһында  төбәк-ара турнир уҙҙы 22.09.2014

Спортсылар еңел атлетика чемпионы Рәмил Арытҡолов призына ярышты.

Бәйге алдынан Туймазы районы хакимиәтендә спортсылар журналистар менән осрашты. Унда Рәсәйҙең атҡаҙанған спортсылары Юрий Борзаковский менән Рима Баталова ла килгәйне. Улар районда еңел атлетиканы үҫтереү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу хаҡында фекер алышты. Спортты мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында популярлаштырыу кәрәк тип билдәләнде.

Рима Баталова, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты: «Мин 13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы исеменә лайыҡ булдым. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр башҡаларҙан бер нимәһе менән дә кәм түгел. Иң мөһиме - үҙеңә ышаныу».

Рәмил Арытҡолов призына Башҡортостан район-ҡалаларынан, Ырымбурҙан һәм Татарстандан 357 спортсы ҡатнашты. Улар 800 метрға йүгереүгә 6 йәш төркөмө буйынса ярышты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса Туймазы ҡалаһының 6-сы урта мәктәбе уҡыусыһы Эльза Зиннәтуллина еңеү яуланы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку