Туймазы ҡалаһы илдең билбау көрәше үҙәгенә әйләнде

Туймазы ҡалаһы илдең билбау көрәше үҙәгенә әйләнде 09.04.2016

Бер нисә көн дауамында урындағы стадионда спорттың был төрө буйынса Рәсәй беренселеге үтте.

Мәртәбәле ярышта илдең төрлө төбәктәренән килгән 18-20 йәшлек көрәшселәр бил һынашты. Бәйгелә келәм хужалары данын  ете спортсы яҡланы. Улар араһында гүзәл зат вәкилдәре лә бар. Ярыш һөҙөмтәләренән күренеүенсә, алыштар барлыҡ ауырлыҡ үлсәмдәрендә лә ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә Башҡортостандан Рәсүл Бәширов дәғүәселәренең барыһын да еңеп Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды. Бынан тыш, республика вәкилдәре алты көмөш, туғыҙ бронза миҙал яуланы. Беренсе урын алыусылар  Рәсәй йыйылма командаһы составында  билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ. Ул быйыл йәй Ҡағағстанда үтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика