Тренерҙар штабындағы үҙгәреш 01.10.2015

Игорь Захаркин «Салауат Юлаев» клубының баш тренеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Әйтергә кәрәк, әлегә тиклем баш тренер булып эшләүсе Анатолий Емелин өҫтөндә күптән «ҡара болоттар» ҡуйыра башлағайны. Сөнки уның ҡулы аҫтында юлаевсылар быйылғы миҙгелде айырыуса уңышһыҙ башланы. Шуға ҡарамаҫтан, клуб етәкселеге Анатолий Емелинды өлкән тренер итеп тәғәйенләне.  Шулай уҡ тағы ла бер юлаевсылар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зюзин да үҙ урынында ҡалды. Ә бына Аркадий Андреев, Дмиртий Курошин һәм Василий Коноваловтар менән килешеү өҙөлдө.
Әйткәндәй, «Салауат Юлаев» хоккейсылары кисә йәнә уңышһыҙлыҡҡа тарыны. Был юлы Башҡортостан командаһы Мәскәү өлкәһендә урындағы «Витязь» клубынан 3-0 иҫәбенә отолдо. Көйәрмәндәргә был уйынды зәңгәр экрандар аша ҡарау мөмкинлеге булманы. Әле яҡташтарыбыҙ 16 мәрәй менән көнсығыш дивизионда 12-се урынды биләй. Иртәгә улар  Братиславала урындағы «Слован» менән көс һынаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика