«Торос» клубы Братина Кубогының ярым финалына сыҡты 21.03.2015

Бөгөн Нефтекама хоккейсылары Пермдә урындағы «Молот-Прикамье» командаһын отоп, серияла 4-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Үҙ моратына ирешеү өсөн Башҡортостан коллективына ҙур көс һалырға тура килде. Сөнки осрашыу уртаһына яҡташтарыбыҙ 0-2 иҫәбе менән отолоп бара ине. Шулай ҙа Константин Полозов тәрбиәләнеүселәре артабан һөжүмдәрен арттыра төштө. Һөҙөмтәлә улар уйын аҙағына тиклем ике яуап шайбаһы индерҙе. Ә инде овертаймда  Кирилл Никоноров  «Торос» клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Ярым финалда яҡташтарыбыҙға Ижевск клубы эләгеүе ихтимал.   Сериялағы уйындар 28 мартта башлана.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика