«Толпар» хоккейсылары ла Харламов кубогы өсөн көрәшә 14.03.2015

Плей-оффтың икенсе этабында Венер Сафин тәрбиәләнеүселәре Ханты-Мансының «Югра-Мамонттары» менән  көс һынаша. Улар бөгөн серияны Өфөнөң спорт һарайында башланы.

Уйын алдынан яҡташтарыбыҙ составы юлаевсы Антон Слепышев менән тулыланды. Тап ул «Толпар» клубының еңеүенә тос өлөш индерҙе лә инде. Әйтергә кәрәк, тәүге минуттар Өфө командаһы өсөн көтөлмәгәнсә булды. Сөнки ҡунаҡтар бер-бер артлы ике шайба индереүгә өлгәште. Шулай ҙа майҙан хужаларының тырышлығы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Осрашыу аҙағына тиклем улар дәғүәселәр ҡапҡаһы артында дүрт тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы.  «Югра-Мамонттары» иһә бер таҡыр ғына уңышҡа иреште. Шулай итеп мауыҡтырығыс уйын «Толпар» клубы файҙаһына 4-3 иҫәбенә тамамланды. Шайбаларҙың береһе Антон Слепышев иҫәбендә. Иртәгә яҡтар Өфөлә осраша. Матч  көндөҙгө сәғәт берҙә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика