«Тимер ат»та елеүселәр

«Тимер ат»та елеүселәр 12.09.2015

Баш ҡалала руль артындағылар ярышты. Бәйгелә  ҡатнашыусылар трассала ваҡытҡа ҡаршылыҡтар үтеүҙән тыш, автоматты һүтеп-йыйыуҙа, унан атыуҙа көс һынашты.

Илшат Нәбиев «тимер ат»та елергә генә түгел, уны ремонтларға ла ярата. Бөрө ҡалаһында урынлашҡан балалар ижады үҙәгендә ул тиҫтерҙәре менән запас частарҙан ошо «Ока»ны йыйған. Бәләкәй автомобиль өҫтөндә улар бер йыл эсендә эшләгән. Хәҙер рәхәтләнеп махсус урында машина йөрөтөү серҙәренә төшөнһәң дә була.
Тик ярамай ғына. Әлегә Илшатҡа водитель таныҡлығы алырға иртәрәк. Шулай ҙа юл ҡағиҙәләрен яттан белә Бөрө егеттәре. Улар Өфөгә автомобиль йөрөтөү оҫталығын күрһәтергә килгән.
Ярыш башланғанға тиклем үҫмерҙәр ваҡытҡа автомат һүтеп-йыйып ҡараны. Берәүҙәргә был һынауҙы үтер өсөн секундтар ғына кәрәкһә, икенселәр бер нисә минут интекте. Артабан тағы ла ҡыҙығыраҡ. Пневматик ҡоралдан атып ҡарарға мөмкин ине.
Үткер күҙҙәр һынатманы. Сәпкә мәргән атыусылар күп булды. Шулай ҙа үҫмерҙәр үҙҙәре йыйған «Ока»ла йөрөүҙән дә яҡшыраҡ шөғөл юҡ тип көлөштө. Тиҫтәләгән егет ярышта ҡатнашыр өсөн автоспорт өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡта үҙ сиратын көттө. Руль артындағылар ҡаршылыҡ трассаһын ваҡытҡа үтеүҙән тыш, тағы ла бер тапҡыр отҡорлоғон күрһәтергә- пневматик автоматтан атырға тейеш ине. Был  тамашаны күҙәтергә баш ҡала халҡы ла йыйылды.
Бөрө ҡалаһы уңғандарынан тыш, Өфөнөң автоһәүәҫкәрҙәре лә тиҙлеккә ярышты. Ҡала беренселегендә еңеү яулай - иң мөһиме түгел. Был трассала ҡаршылыҡтарҙы юғары тиҙлектә үтеп, авария осраҡтарына тарымау юлдарын барларға мөмкин. «Тимер ат» менән идара итеү оҫталығы һәр кемгә лә бирелмәгән.  Был бәйгелә водителдәр  «алтын белеем» менән дә уртаҡлашты. Юл ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрҙө. Әйткәндәй, мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып автоспорт буйынса спорт мастеры исемен дә яуларға була.
Артабан    ярышта  ҡатнашыусылар кинология үҙәге эттәренең күнекмәһен күҙәтте. Был тамашаны улар ҙур алҡыштарға күмде. Бигерәк тә барыһын да немец овчаркаһының автомобиль эсендәге хоҡуҡ боҙоусыны тотоу күренеше хайран ҡалдырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика