Тарихи еңеү 09.08.2014

«Өфө» клубы премьер-лигалағы тәүге еңеүен яуланы. Оло уңыш менән футболсыларҙы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.

Игорь Колыванов тәрбиәләнеүселәре Пермдең  «Амкар»  командаһын 1:0 иҫәбе менән отто. Уңышҡа икенсе тайм башында пенальтиҙан Жуниор Марсиньо  өлгәште. Киләһе осрашыуҙы  яҡташтарыбыҙ 13 августа  үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Динамо» командаһына ҡаршы үткәрә. Әйткәндәй, Өфөләге тәүге осрашыу көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.  Шуға ла кисә һәм бөгөн билет кассалары яңы кеше менән тулы булды. Урындарҙың самалы булыуын иҫәпкә алып, бер кешегә иң күбе өс билет ҡына һатып алыу мөмкинлеге бирелде. Иң ҡиммәт билеттың хаҡы бер мең һумдан артманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика