Төбәк көсө - сәләмәт йәштәрҙә

Төбәк көсө - сәләмәт йәштәрҙә 24.08.2016

Маҡсатлы программаа республикала 2015 йылдан Рөстәм Хәмитов башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Күптән түгел ул ил кимәлендә пилот проекты статусына эйә булған.

Әле программа Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Борай, Нуриман райондарында, Өфө һәм Ағиҙел ҡалаларында тормошҡа ашырыла. Проектта 900-ҙән ашыу башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнаша. Программаға өҫтәмә физкультура дәрестәре индерелә. Хәҙер балалар көн һайын сәғәт дауамында спорт менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ҡаралған дөйөм үҫтереү күнекмәләре уҡыусыларҙың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Александр Костарев, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультеты деканы: «Хәҙерге йәштәрҙең йонсоу, ауырыуҙарҙға бирешеп барыусан икәнен күҙәтәбеҙ. Сөнки улар көнө буйы компьютер алдында ултыра, видеоуйындар менән самаһыҙ мауыға. Алдағы йылдарҙа балалар менән  үҫмерҙәрҙең ауырыу статистикаһы күҙгә күренеп  насарайыр тигән хафа бар».
Артабан, 4-се синыфтан һуң, баланың һәләтенә ҡарап уны билдәле бер спорт төрөнә әҙерлек эше башлана. Ә инде аҙаҡ, иң көслө спортсылар, юғары спорт оҫталығы мәктәптәренә һайлап алына. Ҡалғандарҙы хәрби хеҙмәт үтеүгә, ГТО нормативтарын тапшырыуға әҙерләү күҙаллана. Физик тәрбиә патриотик рух үҫтереү менән бергә бара. Әле проектты ойоштороусы ведомстволар алдында шулай уҡ уҡытыусыларҙы әҙерләү бурысы ла тора. Педагогтар әйтеүенсә, программала былтырҙан ҡатнашыусы мәктәптәр уҡыусыларҙың сәләмәтлеге яҡшырған. Был кластар ҡыш дауамында бөтөнләй ауырымаған да. Башҡортостан тәжрибәһе башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыласаҡ.
Андрей Иванюта, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры:
«Беҙ Рәсәй кимәлендә был проектты тормошҡа ашырыусы эксперименталь майҙансыҡ статусына лайыҡ булдыҡ. 2017 йылдан илдең спорт министрлығынан финанс ярҙам ала башлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, Олимпия комитеты ла беҙҙең башланғысты хупланы, уларҙан аҡсалата гранттар көтәбеҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика