Сығарылышты хоккейҙан башлайбыҙ

Сығарылышты хоккейҙан башлайбыҙ 24.02.2017

Бөгөн «Аҡ Барс» менән «Салауат Юлаев» командалары плей-оффтағы икенсе уйынын үткәрҙе. Көсөргәнешле осрашыуҙа уңыш йәнә дәғүәселәргә йылмайҙы. Иҫәп 2-1.

Башҡортостан клубынан берҙән-бер шайбаны Энвер Лисин индерҙе. Әйтергә кәрәк, алдағы уйын менән сағыштырғандарға был юлы өҫтөнлөк күберәк хужалар яғында булды. Яҡташтарыбыҙ бары тик өсөнсө осор аҙағында ғына көсөлөрәк уйын күрһәтә алды. Ике уйын рәттән еңелеү юлаевсыларҙың хәлен ҡатмарлаштырҙы. Әммә серия 4 еңеүгә тиклем даум итә. Шуға ла иҫәпте тигеҙләү өсөн Игорь Захаркин тәрбиәләнеүселәренә үҙ боҙондағы ике уйынды ла еңергә кәрәк. «Өфө-Арена»ла үтәсәк өсөнсө уйын йәкшәмбегә тәғәйенләнгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика