Сурдлимпия уйындарында ҡатнашып пьедесталға күтәрелеүселәргә премиялар бүленәсәк 14.04.2015

Был турала Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов спортсылар менән осрашыуҙа белдерҙе. Ханты-Мансыла үткән сурдлимпия уйындарында Башҡортостандан 11 спортсы ҡатнашты. Уларҙың өсөһө тау саңғысыһы һәм һигеҙ яҡташыбыҙ хоккейҙа көс һынашты. Һуңғылары республикаға алтын миҙал менән ҡайтты.  

Ишетеү һәләтенән мәхрүм спортсылар  Әбйәлил көйәрмәндәренең ялҡынлы ҡаршы алыуын тоймай ҡалмағандыр. Рәсәй сурдлимпия уйындарын үҙ тарихында тәү тапҡыр ҡабул итте. Спорт байрамының төп ярыштары Ханты-Мансыла үтһә, тау саңғыһы этабын Башҡортостан ҡабул итте. Әбйәлилгә өс тиҫтәнән ашыу илдән йыйылма командалар килде.
Тау саңғыһында Башҡортостан данын өс спортсы яҡланы. Республикала мөмкинлектәре сикләнгәндәр  араһында был спорт төрө яңы үҫешә башланы, шуға күрә  пьедестал баҫҡыстарын яулар мәлдәр алда.  Ә бына Башҡортостан тренерҙары Андрей Василевский менән Вячеслав Шевнин етәкселегендәге  хоккей буйынса йыйылма команда ысын мәғәнәһендә мөғжизә күрһәтте.
Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең  хоккей буйынса сурлимпия йыйылма командаһы чемпиондар. Хәл иткес мәрәйҙәр Башҡортостан спортсылары иҫәбендә.
Рәстәм Хәмитов был мөғжизәне Башҡортостанда хоккейға булған иғтибар менән бәйләй. Киләсәктә лә был спорт төрө үҫешәсәк, тине республика башлығы.
Сурдлимпия уйындарында  алтын миҙал алыусыларға аҡсалата бүләк тә әҙерләнгән. Уның күләме әле билдәләнмәгән, әммә премия ярайһы уҡ ҙур , тине төбәк етәксеһе. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов Башҡортостан данын яҡлаусы һәр спортсыға аҡсалата ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика