Стәрлетамаҡ ҡалаһы бер нисә көнгә илдең көрәш үҙәгенә әйләнде

Стәрлетамаҡ ҡалаһы бер нисә көнгә илдең көрәш үҙәгенә әйләнде 20.03.2017

Уҙған ял көндәрендә төбәктә спорттың был төрө буйынса  Рәсәй беренселеге үтте.

Үҫмерҙәр араһында уҙған бәйгегә илдең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән 130 бил бирмәҫ батыр йыйылды. Ярышҡа шулай уҡ Ҡырым республикаһы, хатта Алтай крайы  вәкилдәре лә килде. Мәртәбәле турнирҙа 11 ауырлыҡ үлсәмдәренең барыһында ла алыштар ҡыҙыу барҙы. Ни өсөн тигәндә, унда еңеү яулау көрәшселәргә спорт мастерлығына кандидат исеме алыуға мөмкинлек аса. Башҡоростан йыйылма командаһы һәр ваҡыттағыса Рәсәй беренселеген юғары әҙерлек менән ҡаршы алды. Шуға ла яҡташтарыбыҙ был юлы ла һынатманы.  
Ситтән килгән командалар Стәрлетамаҡ ҡалаһының ярыштарҙы юғары кимәлдә ҡабул итеүен билдәләне. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, спорттың был төрөндә хәҙер Башҡортостан менән Татарстан ғына алдынғылыҡ итмәй. Уларҙың үксәһенә шулай Төмән, Ырымбур өлкәләре, Сыуашстан республикаһы ла баҫып килә. Тап ошо төбәк вәкилдәре күберәк пьедесталға күтәрелде. Улар араһында Башҡортостандың  дүрт үҫмере Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Тағы ла 11 яҡташыбыҙ икенсе, өсөнсө урындарға сыҡты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика