Спорт - тормош рәүеше 31.03.2017

Етенсе йыл рәттән Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе  эшҡыуар  Радмир Ирназаров  күрше ауылдар араһында волейбол буйынса  ярыштар ойоштора. Быйылғыһы ла юғары кимәлдә үтте. Темәстә ете команда көс һынашты.  

Ауыл халҡы өсөн барыһын да эшләргә әҙер булған шәхси эшҡыуар Радмир Ирназаров  урында сәләмәт тормош алып барыуға  ла  ҙур өлөш индерә. Ул йыл һайын төрлө спорт уйындары буйынса ярыштар ойоштора.   Әйтергә кәрәк,  һуңғы йылдарҙа  ауылда   спорт ярыштары   бер аҙ һүнеп торһа, ошондай  инициативалы, алдынғы ҡарашлы  кешеләр  бындай   сараларҙы    ҡайтанан   тергеҙҙе  тиерлек.
Радмир Ирназаровтың  улы Венер Ирназаров  әле ун беренсе класта ғына уҡыуына  ҡарамаҫтан был юҫыҡта бик ҡыҙыҡһыныусан. Быйылғы  ярыштарға ул үҙе уҡыған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се hанлы республика Башҡорт гимназия-интернатынан   команда төҙөп  көслө уйынсылар   менән бер рәттән    ярыш майҙанына  сыҡты.
Быйылғы  сара   ярыш майҙанына  бөтәһе ете  команданы  йыйҙы. Уларҙың һәр береһенең  көслө, берҙәм булыуы  тәү ҡараштан һиҙелде. Шуға күрә уйын бик ҡыҙыу барҙы. Ир-егеттәрҙең төрлө йәштә булыуына  ҡарамаҫтан,  һәр ауыл үҙенең командаһының   намыҫын,  данын яҡлап лайыҡлы сығыш яһарға тырышты.  
Ошондай ярыштар  дуҫлаштыра. Шуға күрә лә төрлө  саралар ойоштороуға артабан да айырым иғтибар бирәсәкмен ти,  Радмир Ирназаров.  Тимәк,  алда командаларҙы  тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ  һәм  көсөргәнешле  уйындар көтә әле.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика