Спорт менән шөғөлләнеү кемгә ҡамаусаулай? 29.09.2015

Сибай ҡалаһының Таусылар ҡасабаһындағы «Ирәндек» спорт залы ябылыу сигендә. Әле бина электр утһыҙ, зәңгәр яғыулыҡһыҙ ҡалған. Ә йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәгән тренер Фәнил Уйылданов бөтөнләй эшенән бушатылған.

Сибай ҡалаһының Таусылар ҡасабаһында йәшәүсе Рәйлә Алтынсурина спорт менән бәләкәйҙән дуҫ. Ҡыҙ еңел һәм ауыр атлетика менән мауыға. Төбәктә «Ирәндек» спорт залының эшмәкәрлеге буш ваҡытты файҙалы үткәрергә булышлыҡ итә. Сөнки бығаса бындай үҙәктәр бөтөнләй булмаған. Шуға ла Рәйлә спортзалдың ябылыуына ҡырҡа ҡаршы, сөнки уның ни менән тамамланасағы билдәле, ти ул.
«Ирәндек» спорт залына биш тиҫтәләп кеше йөрөй. Һәр кем күңеленә яҡын спорт төрө менән шөғөлләнә. Берәүҙәр теннис, икенселәр баскетбол уйнай. Кикбоксинг һөйөүселәргә лә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Малай, ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Түңәрәктәр бушлай ойошторолған.
Искәндәр Ниғәмәтйәнов, Таусылар ҡасабаһында йәшәүсе: «Ғөмүмән, мин сәләмәтлек яҡлы. Кикбоксинг менән өс-дүрт йыл шөғөлләнәм. Оҡшай. Әгәр инде спортзалды яба ҡалһалар, белмәйем ни эшләргә?! Мин спортһыҙ йәшәй алмайым».
Спорт залы элекке мәктәп бинаһында ойошторолған. Ул ауыл йәштәренең киләсәген ҡайғырытыусы Фәнил Уйылданов башланғысында эш башлай. Ләкин изге ниәт тора-бара яҡлау тапмай. Электр утын ҡырҡалар, шуға ла балалар көндөҙ йөрөй. Бина ла йылытылмай.
Ә быға тиклем Таусылар ҡасабаһында йәшәүселәр тап ошо бинаға спорт менән шөғөлләнер өсөн йөрөр булған. Тик ул оҙаҡҡа бармай. Әйткәндәй, бина тәүҙә кинотеатр булараҡ  хеҙмәт иткән. Ниндәйҙер сәбәп буйынса ябылып ун йыллап буш тора. Төбәктә йәшәүселәр бер фекергә килеп уны спортзал булараҡ файҙалана башлай. Тик йыһазландырылған үҙәктә мәсет асыу ниәтендә ишеккә тағы йоҙаҡ эленә. Шулай ҙа, өс йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, бында бер ҡыл да ҡыбырҙатылмаған, ти таусылар. Эргә-тирә сүп-сар менән тулған, ҡый үләндәре баҫҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бина эсендә ниндәйҙер эштәр башланды-башланыуын, тик объекттың ниндәй йүнәлештә асылыры билдәһеҙ.
Әммә йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыусы Фәнил Уйылданов әлегә рәсми рәүештә эшкә алынмаған. Шулай ҙа был хәлде хакимиәт етәкселеге күҙ уңында тотор тигән ышаныста ҡала, Таусылар ҡасабаһында йәшәүселәр. Ә инде вәғәҙәнең үтәлерме, юҡмы икәнен беҙҙең ижади төркөм артабан да күҙәтеп барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика