Сочиҙа Беренсе канал кубогына хоккей буйынса турнир тамамланды

Сочиҙа Беренсе канал кубогына хоккей буйынса турнир тамамланды 22.12.2014

Һуңғы турҙа Рәсәй йыйылма командаһы Чехия хоккейсылары менән осрашты.

Иҫәпте беренсе осор аҙағында «Салауат Юлаев» уйынсыһы Александр Кутузов асты. Икенсе шайбаны ла 2011-се йылда юлаевсылар составында Гагарин кубогын яулаусы Игорь Григоренко индерҙе. Өсөнсө голды  үҙ иҫәбенә Егор Яковлев яҙҙы.   Был уңыштан һуң майҙан хужалары тынысланған кеүек тойолдо. Бәлки тап шуның өсөн дә чехтар Станислав Ғәлимовтың ҡапҡаһы артында ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Дәғүәселәр артабан нисек кенә тарышмаһын уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Шулай итеп рәттән өс еңеү яулаған Рәсәй йыйылма командаһы Беренсе канал кубогына лайыҡ булды.  Евротурҙағы ике этап һөҙөмтәләре буйынса ла Олег Знарок дружинаһы 13 мәрәй менән беренсе баҫҡыста килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика