«Салауат Юлаев»мы «Аҡ барс»мы? 04.03.2016

Иртәгә плей офф сиктәрендә хәл иткес уйын көтөлә. Ҡазанда 8-гә 0 иҫәбе менән еңелгәндән һуң Игорь Захаркин командаһына хаталанырға урын ҡалманы.

Юлаевсылар капитаны Игорь Григоренкоға был фокусты иртәгә боҙҙа күрһәтергә тура киләсәк. «Аҡ барс» менән хәл иткес уйында командаларҙың быйылғы миҙгелдәге яҙмышы хәл ителә тип әйтергә мөмкин. Еңелеүсе Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡала. Юлаевсылар көсөргәнешле алышҡа әҙер. Баш тренер Ҡазандағы еңелеү өсөн көйәрмәндәрҙән ғәфү үтенеүҙе лә урынлы тип тапты.
«Аҡ барс» серияла 1-гә 3 менән еңелеп барған ерҙән иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Әммә алтынсы уйында 0-гә 8 менән еңелеү Өфө командаһына көстәрҙе тупларға мөмкинлек бирәсәк. Шуға ла матч һөҙөмтәләрен алдан күҙаллауы ауыр тип билдәләй белгестәр.
«Салауат Юлаев» өсөн бары тик еңеү генә кәрәк. Сериялағы иҫәпте 4-кә 3 иткән хәлдә уҙған еңелеүҙәрҙе көйәрмәндәр иҫенә лә алмаясаҡ. Команда хаталар өҫтөндә эшен дауам итә. Тренерҙар штабы һәр бер хоккейсының күңелен яуларға ынтыла. Составҡа килгәндә иртәгә боҙға Сергей Соин менән Дмитрий Макаровтың да сығыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика