«Салауат Юлаев» менән «Металлург» командалары араһындағы серияла ғәмәлдәге Гагарин кубогы хужалары йәнә алға сыҡты

«Салауат Юлаев» менән «Металлург» командалары араһындағы серияла ғәмәлдәге Гагарин кубогы хужалары йәнә алға сыҡты 03.03.2015

Бөгөн «Өфө-арена» боҙ һарайында үткән осрашыуҙа Магнитогорск ҡалаһы хоккейсылары 2-1 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Иҫәпте Александр Степанов асһа ла, тәнәфестән һуң ҡунаҡтар ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Әйтергә кәрәк яуап шайбаһын ҡунаҡтар майҙан хужалары күпселектә уйнағанда индерҙе.  Осрашыу аҙағында Владимир Юрзинов тәрбиәләнеүселәренә иҫәпте тигеҙләү өсөн ҙур мөмкинлек тыуҙы. Әммә улар Василий Кочешкиндың ҡапҡаһы артында башҡаса ҡыҙыл ут тоҡандыра алманы. Шулай итеп 4 еңеүгә тиклем барған серияла металлургтар 2-1 иҫәбе менән алда бара. Иртәгә командаларҙы Өфөлә тағы ла бер осрашыу көтә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика