«Салауат Юлаев» клубының баш тренеры итеп Игорь Захаркин тәғәйенләнгәндән һуң юлаевсылар бөтөнләй икенсе уйын күрһәтә башланы

«Салауат Юлаев» клубының баш тренеры итеп Игорь Захаркин тәғәйенләнгәндән һуң юлаевсылар бөтөнләй икенсе уйын күрһәтә башланы 16.10.2015

Бөгөн дә улар  Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» клубын  еңеүгә өлгәште.  

Уйындың тәүге яртыһы тулыһынса Башҡортостан командаһы өҫтөнлөгө менән үтте. Һөҙөмтәлә улар  дәғүәселәр ҡапҡаһы артында дүрт тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Артабан хужалар бер гол менән яуап ҡайтарһа ла, юлаевсылар йәнә уңышҡа иреште. Осрашыуҙың иң мауыҡтырғыс өлөшө өсөнсө осорға тура килде. Бында инде металлургтар иҫәп айырмаһын бер шайбаға тиклем кәметә алды. Әммә уйын аҙағында яҡташтарыбыҙ буш ҡапҡаға сираттағы голын индерҙе. Шулай итеп  «Салауат Юлаев» клубы 6-4 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шайбаларҙы яҡташтакрыбыҙҙан Андреас Энгквист, Тему Хартикайнен, Кирилл Кольцов, Николай Прохоркин һәм ике тапҡыр Линуса Умарк индерҙе.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика