«Салауат Юлаев» клубы составын һаҡсы Роман Дерлюк тулыландырҙы 03.07.2015

Юлаевсыларҙың рәсми сайты хәбәр итеүенсә, хоккейсы Өфөгә Мәскәүҙең «Динамо»һынан алмаштырыу һөҙөмтәһендә күскән. Бының өсөн илдең баш ҡала командаһы йәш һаҡсы Иван Вороновҡа хоҡуҡ алған.

Тағы ла бер үҙгәрешкә килгәндә, Дмитрий Сёмин «Салауат Юлаев» клубы менән хушлашты. Юлаевсылар етәкселеге  хоккейсыға берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның артабанғы профессиональ карьераһында уңыштар теләне. Тәжрибәле һөжүмсе Өфө командаһы менән былтыр өс йыллыҡ килешеү төҙөгәйне. Әммә тәүге миҙгелдә ул  ни бары 14 мәрәй генә яулауға өлгәште. Әлбиттә, бындай күрһәткес клуб етәкселегенә форвард менән килешеүҙе ваҡытынан алда өҙөргә мәжбүр итте.  Өфөгә тиклем 31 йәшлек хоккейсы  «Авангард», «Атлант»,  «Локомотив» һәм «Спартак» командалары өсөн сығыш яһаны.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика