«Салауат Юлаев» клубы  Кирилл Кольцов менән килешеүҙе өҙҙө 01.12.2015

Был турала бөгөн юлаевсыларҙың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд белдерҙе.  

Һаҡсыға регламентта ҡаралғанса, компенсация түләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек 4-се һанлы һаҡсы тирәләй шау-шыу тыуҙы. Бының сәбәбе - түләнгән эш хаҡының уйын сифатына тура килмәүе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хоккейсының йыллыҡ килешеүе 81 миллион һум самаһы булған.  Кирилл Кольцовтың артабан ҡайҙа уйнаясағы әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа уның менән «Себер» һәм «Авангард» клубтары ҡыҙыҡһына тигән имеш-мимештәр бар.
Шулай уҡ бөгөн билдәле булыуынса, «Салауат Юлаев» һәм «Амур» командалары уйынсылар менән алмашынған. Хабаровскиҙан Өфөгә һаҡсы Сергей Теряев килә, ә кире йүнәлештә Илдар Иҫәнғолов китә.  21 йәшлек  Сергей Теряев КХЛ-да 2012 йылдан уйнай. Ошо ваҡыт эсендә ул 90 уйын уҙғарып, ете мәрәй туплаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика