«Салауат Юлаев» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Гаврилов бер көн эсендә интернет йондоҙона әйләнде

«Салауат Юлаев» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Гаврилов бер көн эсендә интернет йондоҙона әйләнде 26.11.2016

Кисә ул Мәскәүҙең «Динамо» клубына ҡаршы уйында үҙенсәлекле ваҡиға геройы булды.

Дәғүәселәр һөжүм ойошторған ваҡытта юлаевсы артҡа боролоп һыу эсә башлай. Әммә ҡапҡаның ярым буш тороп ҡалыуына ҡарамаҫтан, аҡлы-зәңгәрлеләр уңышҡа өлгәшә алманы.  Күп кенә көйәрмәндәр бындай «ҡыҙыҡлы» хәлдең хоккей тарихында беренсе тапҡыр теркәлеүен билдәләй. Эш шунда, «Динамо» клубының һөжүме алдынан ғына Башҡортостан командаһы дәғәүселәр ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Әммә судьялар голды күрмәй, шуға ла Мәскәү хоккейсылары уйынды дауам итә. Һуңынан улар ваҡиғаны ҡабаттан ҡарағандан һуң шайбаның ҡапҡаға инеп сығыуын күрә. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, көсөргәнешле осрашыу «Салауат Юлаев» клубы файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика