«Салауат Юлаев» хоккейсылары сериялағы иҫәпте кәметә алды 27.02.2017

Кисә Башҡортостан командаһы плей-оффта «Аҡ Барс» клубына ҡаршы өсөнсө уйынын үткәрҙе. «Өфө-Арена» ла уҙған осрашыу юлаевсылар өсөн уңышлы башланды.

Сөнки 8-се минутҡа улар дәғүәселәр ҡапҡаһына ике шайба индерҙе. Тәнәфестән һуң яҡташтарыбыҙ  йәнә уңышҡа өлгәште. Голдарҙы үҙ иҫәптәренә Кирилл Капризов, Денис Куляш һәм Линус Умарк яҙҙы. Әммә һуңғы шайбанан һуң яҡташтарыбыҙ тыныслана төшкәндәй тойолдо. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар бер-бер артлы өс тапҡыр уңышҡа ирешеп иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Өсөнсө осорҙа Энвер Лисин индергән шайба «Салауат Юлаев» клубына 4-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был уңыштан һуң баш ҡала хоккейсылары сериялағы иҫәп 1-2 итте. Дәғүәселәр араһындағы дүртенсе осрашыу иртәгә тағы ла бер тапҡыр Өфөлә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика